ҮРӘҘМӘТ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 593 кеше; 1920 — 860; 1939 — 829; 1959 — 393; 1989 — 238; 2002 — 267; 2010 — 227 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Үрәҙмәт Иҫәнбаев исеме м‑н аталған. 1865 й. 50 йортта 300 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.