ТОПОРИНКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Батҡаҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 185 кеше; 1920 — 166; 1939 — 130; 1959 — 96; 1989 — 272; 2002 — 337; 2010 —322 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә титуляр советник М.Е.Бедриндың Сембер губ. күсерелгән алпауыт крәҫтиәндәре Марьино (хужа ҡыҙының исеменән) булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Марьевка, Бердиновка исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 24 йортта 159 кеше йәшәгән. Игенселек, тегенселек эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә (хужаның кейәүе А.А.Топорниндың фамилияһынан).

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.