ТОПОГРАФИЯ (гр. topos — урын һәм ...графия), күсермә алыу эштәрен үткәреү (ер өҫтөндә, һауанан, йыһандан) һәм уларҙың нигеҙендә топографик карталар төҙөү юлы м‑н төбәкте геогр. һәм геом. өйрәнеү. Т. бурысы — рельефформалары, ш. уҡ ер өҫтөндә урынлашҡан тәбиғи һәм геогр. объекттар т‑да дөрөҫ мәғлүмәттәр алыу. Геодезия, география, геология, тарих, математика, соц.-иҡт. һәм техник фәндәр м‑н бәйле.

1701 й. Мәскәүҙә Пётр I указы б‑са тәүге тапҡыр күсермә алыусы геодезистар әҙерләү мәктәптәре асыла. 1715 й. Рәсәй терр‑яһында күсермә алыу эштәре башлана, һөҙөмтәлә 1:21000—1:84000 масштаблы өйәҙкарталары (ландкарталар) төҙөлә (ҡара: Картография). 1797 й. төбәкте төшөрөү һәм топографик карталар төҙөү маҡсатында Карталар депоһы (1812 й. Хәрби ведомство составындағы Хәрби топография депоһына үҙгәртелә) асыла. 1822 й. башлап күсермә алыу эштәре Император Ғали йәнәптәренең Баш штабы эргәһендә геодезия эштәрен башҡарыу, топографик төшөрөү һәм квалификациялы топографтар әҙерләү өсөн ойошторолған Хәрби топографтар корпусы тарафынан алып барыла. 1839— 55 йй. корпус белгестәре тарафынан Ырымбур губ. төшөрөлә, 1:42000 масштаблы (1 дюймда 500 сажин) карталар эшләнә, унда төшөрөү мәленә ҡарата ҙур аныҡлыҡ дәрәжәһе м‑н төбәктең торошо күрһәтелә. 1918 й. Ҡыҙыл Армияның Хәрби топография хеҙмәте ойошторола, 1919 й. СССР‑ҙың бөтә терр‑яһында ҙур масштаблы төшөрөүҙәр үткәреү, топографик, географик карталар һәм географик атластар нәшер итеү бурыстары ҡуйылған Юғары геодезия идаралығы (хәҙ. Рәсәй геодезия һәм картография федераль хеҙмәте) асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың бөтә терр‑яһында 1:100000 масштаблы топографик төшөрөү башҡарыла. 50—60‑сы йй. төбәктең күсермәһе эшләнә, БАССР‑ҙың карталары яңыртыла һәм нәшер ителә. 20 б. уртаһына СССР терр‑яһына 1:500000 һәм 1:1000000 масштаблы, 1989 й. 1:25000 масштаблы карталар төҙөлә. Башҡортостанда топография һәм картография эштәре “Омск картография фабрикаһы” ФДУП, “Уралаэрогеодезия”, “Урал картография фабрикаһы” (икеһе лә — Екатеринбург ҡ.), “Урта Волга аэрогеодезия пр‑тиеһы” (Һамар ҡ.), Стәрлетамаҡ хәрби топография отряды, “Картография” карталар төҙөү производство берекмәһе (Мәскәү) һ.б. тарафынан башҡарыла. Башҡортостан терр‑яһы 1942 й., 1960 й., 1984 й. карталарға төшөрөлә, 1998— 2000 йй. карталарҙың айырым биттәре эшләнә.

Г.Т.Турикешев, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. И.М.Япаров