ҮРЕК, йылға, Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) уң ҡушылдығы. Ишембай р‑ны Кәбәс а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 7,5 км алыҫлыҡта башлана. Ишембай һәм Мәләүез р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Нөгөш й. (тамағынан 62 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 91 км, басс. майҙаны 827 км2. Ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 7,2 м3/с. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, карст үҫешкән. Ландшафы һоро урман, кәҫле көлһыу һәм ҡара‑болон тупраҡтарҙағы ҡайын‑уҫаҡ һәм ҡарағай-шыршы урмандарынан ғибәрәт. Басс. яҡынса 83%‑ын урман ҡаплаған. Йылға тамағы Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Имәлйылға, Ямаш; һул — Ҡалғасау, Ерегәҙе, Зәмзә һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.