ТОМАНСЫ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 364 кеше; 1920 — 435; 1939 — 277; 1959 — 292; 1989 — 178; 2002 — 184; 2010 — 186 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мөхәмәт Томансин билдәле. 1795 й. 23 йортта 217 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 312 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов