ҮРГЕ ҠЫЙҒЫ ЛИЦЕЙЫ, Ҡыйғы р‑нында урынлашҡан. 1876 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑татар) булараҡ асыла, 1933 й. алып 7 йыллыҡ мәктәп, 1936 й. — урта мәктәп, 1944 й. — 1‑се урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Дүшәмбикә һәм Туҡай аа. филиалдары эшләй. Слесарлыҡ‑ағас эше, тегеү оҫтаханалары, тамаша һәм спорт залдары, компьютер класы, китапханаһы, мед. кабинеты, уҡытыу‑тәж. участкаһы, Р.Хәкимов (Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы) ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уҡыу йортон 4,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында Рад.М.Бәширов, Рив М.Бәширов, Х.Кәрим, Р.Хәкимйән.

Р.И.Әхмәҙуллин

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика