ТОЛПАР, башҡ. мифологияһында ҡанатлы ат. Әкиәттәр (“Алпамыша батыр”, “Алмабатыр менән Алмабикә”, “Таҙ батыр” һ.б.), эпостар (“Алдар менән Зөһрә”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Ҡоблан батыр” һ.б.) персонажы. Т. тоҡомо башлығы — Аҡбуҙат. “Тәүге толпарҙар” легендаһына ярашлы, Т. һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан; ҡайһы бер әкиәттәрҙә герой еңелгән дейеүҙең атына хужа булған (“Ҡыран батыр”) йәки уны ер аҫты батшалығынан тапҡан (“Таң батыр”). Төрлө төҫтә булырға мөмкин: буҙ, ҡара, күк, туры һ.б. Герой йылҡы көтөүендә йүгән шылтыратып ат һайлағанда Т. беренсе булып боролоп ҡарай. Тәүҙә ул һөймәлекһеҙ һәм арыҡ күренә, әммә батыр уға атланыу м‑н атҡа баһадир төҫө инә. Хужаһы уның м‑н айырылғанда, Т. кәңәше б‑са, ялынан йәки ҡойроғонан бер нисә ҡыл өҙөп ала, шуларҙы яндырыу м‑н ат хужаһы янына килеп етә. Т. хужаһына ауырлыҡтарҙы еңергә, ҙур араларҙы үтергә һ.б. ярҙам итә. Башҡ. хөрәфәттәре б‑са, әгәр сит кеше Т. ҡанаттарын күрһә (улар уның арҡаһында, башҡа хөрәфәттәр б‑са, аяҡтарында урынлашҡан), ат үлә, шуға күрә Т. кешеләрҙән алыҫта тоталар (“Кейәүташ” риүәйәте). Т. ихтирам итеү ҡайһы бер башҡ. топонимдарында сағылған: Толпарбаҫҡанташ, Турат сағылы һ.б. Байтаҡ төрки телле халыҡтар мифологияһында бар.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997; Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 2005.

Л.Н.Абдрахманова, Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.