ҮРГЕ ҠАРЫШ УРТА МӘКТӘБЕ, Балтас р‑нында урынлашҡан. 1749 й. Батырша тарафынан Себер даруғаһы Танып улусы Ҡарышбаш а. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1929 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — 7 йыллыҡ, 1937 й. — урта мәктәп, 1992 й. — Ғ.Ғәлиев—Батырша исемен ала. Түб. Ҡарыш, Еләҙекүл, Ҡыҙыл Восток, Нажар аа. филиалдары эшләй. Тамаша һәм спорт залдары, компьютер класы, китапханаһы, интернаты, ҡатнаш оҫтаханаһы, производство участкаһы бар. Мәҙрәсәлә Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашҡан Зәйнәш Сөләймәнов һәм Ҡәнзәфәр Усаев уҡыған. Урта мәктәпте 2,9 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында Ф.А.Бәкеров, Т.Ш.Саяпов, Ә.Ш. Шәрипов, Р.Ҡ.Әмиров. Мәктәп бинаһына Батыршаға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1999).

Әҙәб.: Х а л и к о в а Э. На родине Батырши //Ватандаш. 1998. №5.

Н.Ҡ.Зияннуров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина