ТОЛПАР, БР‑ҙың туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһы. 4 филиалы бар: “Алкин” (БР‑ҙың Шишмә р‑ны “Алкин” шифаханаһы а., 7— 14 йәшлек балалар өсөн 245 урынға иҫәпләнгән), Бөрө (БР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Петров а., 10—17 йәшлек балалар, 4—14 йәшлек балалар һәм ата‑әсәләре өсөн 125 урын), Октябрьский (Октябрьский ҡ., 3—7 йәшлек балалар, ш. иҫ. ата‑әсәләре өсөн 50 урын), Өфө (Өфө ҡ., 3—6 йәшлек балалар өсөн 175 урын). 2010 й. Туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһын (1934 й. Өфө ҡ. өлкә балалар һөйәк туберкулёзы шифаханаһы булараҡ асыла, 1961 й. алып Үпкә туберкулёзына ҡаршы балалар шифаханаһы, 1998 й. мәктәпкәсә һәм мәктәп бүлексәләре ойошторола, 2001 й. мәктәп бүлексәһе “Ҡояшлы яр” шифаханаһына үҙгәртелә; Бөрө р‑ны Иҫке Петров а.) һәм “Алкин” Респ. туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһын (1927 й. Ҡымыҙ м‑н дауалау шифаханаһы булараҡ асыла, 1958 й. башлап Бөтә Союз туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһы, 1970 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә; һуғыш йылдарында шифаханала эвакуация госпитале урынлашҡан) үҙгәртеп ҡороу юлы м‑н булдырыла. 2012 й. “Т.” составына “Гәрәбә” шифаханаһы (Октябрьский ҡ., 1951 й. асыла) инә. Туберкулёздың актив булмаған формалары, һөйәк‑мускул системаһының һәм тоташтырғыс туҡыманың, тын алыу системаһының, аш һеңдереү ағзаларының һ.б. хроник ауырыуҙары булған балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 525 урынға иҫәпләнгән (2014). Төп дауалау факторҙары: климат, ҡымыҙ, минераль сығанаҡтар. Бальнеотерапия, галотерапия, гирудотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, физиотерапия ҡулланыла, бактерияларға ҡаршы һәм патогенетик дауалау үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Илл.: “Толпар” балалар шифаханаһы. “Алкин” бүлексәһе