ҮРГЕ КАМА УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1956). Э.Э.Фотиади (1958), А.А.Клевцова (1971), Р.О.Хачатрян (1979) тарафынан өйрәнелә. Палеозой ултырмаларында айырыла. Уйпатлыҡ тура мөйөшлө, төньяҡ‑көнбайышҡа ауышҡан. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Удмуртия терр‑яһында үҫешкән. БР сиктәрендә уның көньяҡ‑көнсығыш өлөшө урынлашҡан, көньяҡта – Бөрө биләне, көнсығышта Башҡорт көмбәҙе м‑н сиктәш. Оҙонлоғо яҡынса 130 км, киңлеге 40—60 км. Төньяҡҡа табан баҫҡыс рәүешендә бата (яҡынса 3 м/км). Девон ҡатламдарында Башҡ. көмбәҙе яғынан борт зоналары Бөрө биләне м‑н тоташҡан өлөшөнә ҡарағанда рельефлыраҡ, риф һәм биогермдары булған локаль брахиантиклиналдәр үҫеше м‑н билдәләнә. Төбө Ү.К.у. үҙәгенә табан сумыусы һөҙәк киртләстәрҙә урынлашҡан оҙонса һәм ваҡ көмбәҙ рәүешендәге ҡалҡыуҙар, түбәнлектәр м‑н ҡатмарланған. Ҡалҡыуҙар төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешендәге сылбырҙарға йәки валға оҡшаш зоналарға төркөмләнә. Карбон ултырмалары структураһында Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһы тәьҫире аҫтында үҙгәрештәр була. Бында Шалым бөгөлө һуҙыла, уның көнсығыш борты риф һәм биогермдар (Көнсығыш Вояҙы, Игровка, Тәтешле, Йөгәмеш һ.б.) м‑н ҡатмарлана. Ү.К.у. төбө Байсар һәм Көнбайыш Вояҙы биогермдары м‑н ҡатмарланған, үҙәгендә киртләс һымаҡ бата барыу һаҡланған. Аҫҡы пермь ҡатламдарында Ү.К.у. көньяҡ‑көнсығыш өлөшө һиҙелерлек түбән төшә, бында валға оҡшаш Иванай һәм Ҡарабай зоналарының төньяҡ‑көнбайыш сик өлөштәре урынлашҡан, Яңауыл мульдаһы айырыла, ул көньяҡҡа һәм көньяҡ‑көнбайышҡа табан төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш һәм субкиңлек йүнәлешле локаль структуралары булған киртләсле тупһаларға әйләнә. Девон—аҫҡы пермь ултырмаларының структура пландарында айырмалыҡтар булғанда локаль структураларҙың тура килеүе күҙәтелә, киҫелеш буйлап өҫкә табан уларҙың төҫмөрләнеүе кәмей. Ү.К.у. сиктәрендә Арлан нефть ятҡылығы, Байсар, Вениамин, Вояҙы, Игровка, Хмелевка һ.б. нефть ятҡылыҡтары асылған.

Әҙәб.: Лозин Е.В. Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана: в 2 ч. М., 1994.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика