ТОЛПАР, И ш е м б ә т, Ғафури р‑нындағы ауыл, Толпар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 99 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 154 кеше; 1920 — 217; 1939 — 230; 1959 — 393; 1989 — 234; 2002 — 249; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Красноусол башҡ. гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер‑Табын улусы Имәндәш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ишембәт исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Ишембәт Хоҙайғолов исеменән) нигеҙ һала. 1865 й. 29 йортта 133 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Толпар шыршылыҡтары — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.