ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, Илеш р‑нында урынлашҡан. 1917 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1936 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң урта мәктәп, 1976 й. — 1‑се урта мәктәп, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, интернаты, тамаша һәм спорт залдары, уҡытыу оҫтаханаһы, мед. кабинеты, авто‑ һәм а.х. машиналары, оранжереяһы, емеш‑еләк баҡсаһы һ.б. бар. Уҡыу йортон 6,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында Т.Л.Рахманов, Ғ.Х.Сираев, Ф.Х.Сиражетдинова, Д.Д.Хәсәншин, К.Ш.Әхиәров, Ф.Ф.Яхин.

Р.Ә.Тимершина

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика