ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының (1932—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Талбазы а/с үҙәге. Өфөнән К. 80 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур, Талбазы—Красноусол, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 1,8; 1939 — 3,2; 1959 — 3,0; 1989 — 9,0; 2002 — 10,2; 2010 — 10,1. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). 3 кирбес заводы, урман хужалығы, һөт заводы, аҙыҡ-түлек комб‑ты эшләй. Һөнәрселек лицейы, башҡ. гимназияһы, Талбазы лицейы, төп һәм урта мәктәптәр, 6 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы һәм музыка мәктәбе, балалар ижады үҙәге, ДЮСШ, мәҙәниәт йорто (6 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. Ауырғазы халыҡ театры), Ауырғазы музейы, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 1735 й. Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1734—44 йй. Ырымбур экспедицияһы нач. И.К.Кириловтың ҡарары б‑са почта станцияһы булараҡ нигеҙ һалына. 1742 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1747 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са бында — мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар, 1779 й. ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килеп ултырған. 1865 й. Т. (Ғәҙелморатта) 64 йортта 570 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй, почта бүлексәһе теркәлгән. 19 б. аҙ. Т. — Ғәҙелморат а. (18 б. уртаһында нигеҙләнгән), 1983 й. Софиполь а. (1893 й. нигеҙләнгән) ҡушылған. Г.И.Зыязитдинова, Г.Ғ.Йәғәфәрова, С.В.Фёдоров, М.М.Хәсәнов, Ғ.Әмирханова, С.Ғ.Әсфәтуллин ошо ауылдатыуған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов