ТОЙҒОН (Тойғонов) Риф Ғәлим улы (24.10.1946, Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Аҡсура а. — 8.1.2014, Өфө, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Урта Хәжәт а. ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны (1977), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1989) тамамлаған. 1974—94 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Башҡортостан” гәз. (1993 й. алып бүлек мөдире), 1978—81 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре; 1984—87 йй. БАДТ‑ла әҙәби бүлек мөдире, 1989—92 йй. дир. урынбаҫары, 1995 й. башлап “Нур” Өфө татар театрында дир. урынбаҫары, 1997—2009 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһында рәйес урынбаҫары, 2012—14 йй. рәйес. “Ҡул йылыһы” исемле тәүге китабы 1982 й. сыға. “Тәҙрәмдә нурҙар уйнай” (1987), “Күңел һағына” (1992), “Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә” (1994) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең нигеҙендә — хәҙ. замандың әхлаҡи проблемалары, шағир һәм шәхестең роле т‑да уйланыуҙар. “Баҡсала” (1991), “Ҡәнифә юлы” (1994) поэмаларында халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө һүрәтләнгән. “Актриса” (1996), “Туҡталҡа” (2006) повестары, пьесалар һ.б. авторы. Шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән. Т. шиғырҙарына А.Б.Туҡтағолов һ.б. комп. йырҙар ижад иткән. С.Чекмарёв ис. (2000), Ф.Кәрим ис. (2005) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Төнгө поезд: повесть, трагикомедия, драматик повесть. Өфө, 1996; Беҙҙе һөйөү йөрөтә: һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2006; Һағыныр кешеләрем: шиғырҙар. Өфө, 2016.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов