ҮРГЕ ӘҮЖӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Белорет р‑нында урынлашҡан. 1870 й. министрлыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1913 й. алып башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 1965 й. В.И.Артамонов исеме бирелә. Компьютер класы, тамаша залы, спорт комплексы, уҡыу оҫтаханалары (слесарлыҡ, ағас эше, тегеү), автопаркы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Мәктәпте 3,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында П.В.Кудимов. Мәктәп терр‑яһында Артамоновҡа һәйкәл ҡуйылған (1982).

В.А.Серёгина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика