ҮРГЕ БАБА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 342 кеше; 1920 — 356; 1939 — 341; 1959 — 240; 1989 — 93; 2002 — 137; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). 

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Баба исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. Түб. Һәм Урта Баба бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен алған. 1795 й. 29 йортта 239 кеше (Үрге һәм Түб. Баба аа. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән), 1866 й. Ү.Б. 42 йортта — 241 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика