БАЙҒУСҠАР, Тиргәмеш, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Байғусҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Тиргәмеш й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 353 кеше; 1920 — 343; 1939 — 227; 1959 — 290; 1989 — 499; 2002 — 590; 2010 — 544 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

19 б. уртаһында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Ҡусҡар/Байғусҡар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1866 й. Б. (Тиргәмеш, Байҡусҡар) 48 йортта 236 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, Преображенск заводына мәғдән, утын ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Б. янында Байғусҡар ҡурғаны II урынлашҡан. И.Ғ.Дәүләтбирҙин, М.Ғ.Сәләмәтов ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика