ТОҘЛОУБА, А ҡ т и р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 316 кеше; 1920 — 267; 1939 — 265; 1959 — 234; 1989 — 205; 2002 — 235; 2010 — 245 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 96 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 35 йортта — 207 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тимерлек теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018