ҮРГЕ АТАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 93 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1594 кеше; 1920 – 1697; 1939 — 1250; 1959 — 1095; 1989 — 534; 2002 — 543; 2010 — 474 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Аташ а. башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1793 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра); 1794 й. ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр, 1815 й., 1822 й. һәм 1833–34 йй. — яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Аташ Тиңкәев исеме м‑н аталған. 1795 й. 24 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 140 йортта — 753 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, 2 тирмән, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ә.М.Бәхтизин, Ә.Н.Исаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика