ҮРГЕ АРША, Белорет р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 79 км һәм Тирлән т. юл ст. Т. табан 43 км алыҫлыҡта Арша й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 908 кеше; 1989 — 287; 2002 — 167; 2010 — 119 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәхмүт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Верхнеурал өйәҙендә нигеҙ һалына. 20‑се йй. башлап Үрге Арша руднигы ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. — хәҙ. статусын ала.

Ф.Ә.Мөхәмәҙиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика