ҮРГЕ АЛЛАҒЫУАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Аллағыуат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 362; 1939 — 191; 1959 — 271; 1989 — 159; 2002 — 150; 2010 — 154 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1842 й. һәм 1859 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1859 й. 38 йортта 200 кеше йәшәгән, 1865 й. (Аллағыуат исемендә Түб. Аллағыуат а. м‑н бергә иҫәпкә алынған) 80 йортта — 668 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.