ТОҘЙЫЛҒА, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Айыулы тауынан төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Таҡаты һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Ғафури р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 669 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 55 км, басс. майҙаны 355 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,1 м3/с. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, терр‑яһы карсланған. Ландшафы үрге ағымында һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт. Түбәнге ағымында басс. яҡынса 35%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Юрмаш, Ләмйән; һул — Төлкәс һ.б. Йылға басс. Красноусол минераль һыу сығанаҡтары урынлашҡан.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.