ҮРГЕ АЛАШТАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бүләкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Алаштан й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920 — 278; 1939 — 359; 1959 — 210; 1989 — 362; 2002 — 322; 2010 — 351 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Килейне” мордва халыҡ йыры ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1814 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Стәрлетамаҡ ҡ. татар мещандары (ҡара: Мещанлыҡ) нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мордвалар килеп ултыра. 1865 й. Алаштан (Үрге Алатан) утары булараҡ теркәлгән (йорттар һәм кешеләр һаны иҫәпләнмәгән). 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика