ТУҒАН Сүбидәй (21.12.1943, Истанбул ҡ., Төркиә), иҡтисадсы. Филос. д‑ры (1972), проф. (1986). Ә.Ә.Вәлидовтың улы. Яҡын көнсығыш техник ун‑тын тамамлаған (Анкара, 1967). 1970 й. алып Техас агрокультура һәм машиналар эшләү ун‑тында (Колледж Стейшн ҡ.), 1980 й. — Кларксон ун‑тында (Потсдам ҡ.; икеһе лә — АҠШ), 1981 й. башлап Кильск ун‑тының донья иҡтисады ин‑тында (Германия) уҡыта. 1972—80 йй. һәм 1982 й. алып Яҡын көнсығыш техник ун‑ты уҡытыусыһы, 1986 й. — инженерлыҡ ф‑ты деканы (Газиантеп ҡ., Төркиә); 1987 й. башлап Билкент ун‑тында (Анкара): иҡтисад һәм идара итеү ф‑ты деканы, 1997 й. — Халыҡ‑ара иҡтисад һәм идара итеү үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ‑ара иҡтисад проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ә.Ғ.Сәлихов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев