ТАУАР БИРЖАҺЫ, Ө ф ө   т а у а р   б и р ж а һ ы, а.х. продукцияһы (арыш, бойҙай), ағас, нефть, нефть продукттары һ.б. м‑н биржала сауҙа итеү б‑са килешеүҙәрҙе теркәгән. 1905 й. ойошторола, 1914 й. ябыла (ҡара: Биржа). Төп бурыстары: күмәртәләп һатыуҙы һәм сәнәғәт производствоһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, тауар етештереүселәр м‑н һатыусыларҙы бер‑береһенә яҡынайтыу. Составына 2 разрядлы фирмалар ингән. 1-сеһенә (1905 й. — 29; 1911 й. — 32) эре банкыларҙың (Волга-Кама, Себер сауҙа, Тышҡы сауҙа өсөн Рус банкылары һ.б.) Өфө бүлексәләре, йәмғиәттәр (Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте, “Мазут” нефть промыслаһы йәмғиәте, Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәте, Өфө урман сәнәғәте, “Рәсәй” страховкалау йәмғиәттәре һ.б.), сауҙа ширҡәттәре (“Каруан”, “Саламандра” һ.б.) һәм йорттары (“В.К.Сорокин һәм бер туған Тупицындар”, И.Г.Стахеев, “Бер туған Юдаевтар” һ.б.); 2-сеһенә (1905 й. — 78; 1911 й. — 103) башлыса Өфө губернаһында урынлашҡан урта фирмалар ҡараған. 1908 й. тулайым биржа әйләнеше — 647,7; 1910 — 972,9 мең һум; 1911 й. 1,1 млн һум тәшкил иткән. Рәйесе — Н.Н.Степанов (1905 й. алып).

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина