ТЕЛӘҮЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 520; 1939 — 399; 1959 — 406; 1989 — 420; 2002 — 460; 2010 — 384 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Теләүембәт урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Теләүембәт Яуғастин исеме м‑н аталған. 1795 й. 21 йортта 117 кеше йәшәгән, 1866 й. 68 йортта — 356 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, улус идараһы урынлашҡан. 1900 й. ш. уҡ мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.С.Иҙелбаев, Ғ.В.Хәсәнов, М.Ә.Хәсәнов, Х.Ҡ.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.