ТИЩЕНКО Виктор Елисеевич (15.3. 1927, Белорус ССР‑ы Берёзки а.), инженер‑иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1976) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1980). Львов политехник ин‑тын (1951), И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын (1956) тамамлаған. 1951—56 йй. “Запсибнефтегеофизика” тресында (Төмән ҡ.): өлкән инженер‑иҡтисадсы, планлаштырыу бүлеге начальнигы. 1960 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1961 й. — нефть һәм газ сәнәғәте иҡт., ойоштороу һәм планлаштырыу каф. мөдире. 1983—95 йй. Гомель ун‑тында (Белоруссия) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Урал һәм Себер яғыулыҡ-энергетика комплексының иҡтисадын өйрәнеү м‑н бәйле. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Организация, планирование и управление предприятиями нефтяной и газовой промышленности. М., 1986.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018