ТИРМӘНЙЫЛҒА, ауыл, 1941 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 17 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 491; 1939 — 485 кеше. 1939 й. Маҡар районының Байғужа а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018