ТИРМӘН, Салауат р‑нындағы ауыл, Тирмән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 60 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Олоер й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 514; 1939 — 1016; 1959 — 926; 1989 — 917; 2002 — 950; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 26 йортта 165 кеше йәшәгән, 1865 й. 53 йортта — 320 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, ҡулға алынғандар өсөн казарма булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. Ғ.Ғ.Зарипов, С.Әлибай ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018