ТИРЛӘН ЗАВОДЫ, 1801 й. Тирлән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында Д.И.Пашкова (ҡара: Пашковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Пашковтар, 1874 й. алып “Вогау һәм К°”, 1897 й. — Белорет заводтары йәмғиәте; 1918 й. национализациялана. Белорет тау округына ингән. 1804 й. эшләй башлай. Белорет заводы ҡарамағында ярҙамсы завод булып тора. 8 горны, 4 сүкеше; 1890 й. домна мейесе, 8 крица, 6 тимерлек горны, 6 прокат станы, 5 иретеп йәбештереү, 4‑әр пудлингылау, ҡыҙҙырыу һәм ҡорос йомшартыу мейесе, 4 сүкеше, иретеү мейесе була. 1862 й. заводта 459 ялланма эшсе иҫәпләнә. 1813 й. 25,4 мең бот тимер иретелә, 1834 й. — 50,2 мең; 1860 й. — 106,7 мең бот суйын һәм 44,3 мең бот тимер; ошоға ярашлы 1895 й. — 718,9 һәм 33,1 мең бот; 1890 й. — 386,8 мең, 1914 й. — 1547,2, 1920 й. 819 мең бот ҡалай әҙерләнә. 1829 й. домнала етештереү, 1861—62 йй. ланкашир ысулы м‑н тимер, ҡорос етештереү һәм ҡойоу производстволары индерелә, һыу турбиналары һәм пар машиналары урынлаштырыла, 1877 й. пудлингылау индерелә, 1887 й. аҡ ҡалай сығарыла башлай; 1903 й. тимер прокатлау заводына үҙгәртелә. 1861 й., 1903 й., 1905 й. түбән эш хаҡы һәм ауыр хеҙмәт шарттары арҡаһында заводта забастовкалар үтә. 1940 й. Белорет металлургия комбинаты составына инә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Белорет р‑ны Тирлән а. урынлашҡан.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев