ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕҢ БЫСРАНЫУЫ. Тәбиғи һәм антропоген (ҡара: Антропоген ландшафт, Антропоген ташландыҡтар) сығышлы Т.‑я.м.б. айырыла. Объекттары (атмосфераның, һыу ятҡылыҡтарының, тупраҡтарҙың һ.б. бысраныуы), характеры (тирә‑яҡ мөхиттең физик бысраныуы, химик бысраныу, биологик бысратыу), биләгән терр‑яһы (глобаль, төбәк, урындағы, айырым нөктәләрҙәге бысраныу), тәьҫир итеү көсө һәм характеры (фон рәүешендәге, даими, яйлап арта барыусы, һәләкәтле), дауамлылығы (ваҡытлы, оҙайлы һ.б.), сығанаҡтары (сәнәғәт, транспорт, а.х., коммуналь‑көнкүреш һ.б.) б‑са классификациялана. Т.‑я.м.б. кимәле нормативтар, стандарттар м‑н регламентлана, уларҙы әҙерләгәндә рәсми сикләнеүле концентрация, рәсми сикләнеүле доза, рәсми сикләнеүле ташландыҡ, рәсми сикләнеүле ағынты ҡулланыла. Башҡортостанда химик бысраныу киң таралған, уның сығанаҡтары булып 200‑ҙән ашыу сәнәғәт тармағы пр‑тиелары һәм ойошмалары, 1,2 млн берәмектән ашыу автотранспорт сараһы тора. Т.‑я.м.б. күп өлөшө сәнәғәт ҡалдыҡтары, көнкүреш ташландыҡтары, ағынты һыуҙарға тура килә. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте пр‑тиеларының күп булыуы, минераль ашламаларҙы һәм пестицидтарҙы ҙур күләмдә файҙаланыу тупраҡтың боҙолоуына, ерҙәрҙе яңыртыу мохтажлығына килтерә. Респ. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты һәм Экология үҙәге асыла, уларҙың эшмәкәрлеге Т.‑я.м.б. сәбәптәрен өйрәнеүгә, иҫкәртеүгә һәм эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелә. Т.‑я.м.б. контролдә тотоу экологик мониторинг ярҙамында тормошҡа ашырыла. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан бысратыусы матдәләрҙең нормалары һәм стандарттары исемлеге даими рәүештә ҡаралып тора. Т.‑я.м.б. кәметеү өсөн аҙ ҡалдыҡлы һәм ҡалдыҡһыҙ технологиялар индереү, пр‑тиелар тирәләй санитар-һаҡлау зоналары булдырыу б‑са саралар үткәрелә. Һыу һаҡлау зоналары, йәшел (һаҡлана торған) зоналар ойошторола. Шулай уҡ ҡара: Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы, Канцерогендар, Кислоталы ямғырҙар, Смог, Химик экология, Экологик хәүефһеҙлек.

Әҙәб.: Государственный доклад о состоянии природных ресурсов и окружающей среды Республики Башкортостан в 2011 году. Уфа, 2012.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Г.А.Миһранова