ҮРГЕ, Шишмә р‑нындағы утар, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 138 кеше; 1959 – 330; 1989 – 353; 2002 — 387; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Смычка” с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың икенсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә һәм хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика