ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТ, кешенең йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү мөхите. Т.‑я.м. тәбиғи һәм яһалма (техноген) мөхитте, йәғни тәбиғи матдәләрҙән кеше хеҙмәте тарафынан эшләнгән һәм тәбиғәттә оҡшашлығы булмаған тирә‑яҡтағы элементтар йыйылмаһын (биналар, ҡоролмалар һ.б.) үҙ эсенә ала. Биол. төр булараҡ кешенең тәбиғи ареалы тәбиғәт шарттары м‑н билдәләнә, әммә йәмғиәт, производство һәм техниканың үҫеше һөҙөмтәһендә кешенең эшмәкәрлек өлкәһе киңәйә һәм Ерҙең бөтә геогр. ҡатламына тарала. Т.‑я.м. хужалыҡта үҙләштереү процесында үҙгәрә. Тәбиғәт компоненттарының береһе боҙолоуы тәбиғи‑терр. комплекстар (географик ландшафт, фация, төбәк) төҙөлөшөнөң үҙгәреүенә килтерә. Т.‑я.м. һаҡланыу шарттарын иҫәпкә алмайынса эшләнгән үҙгәрештәр (нефть эшкәртеү сәнәғәте, энергетика, химия сәнәғәте, төҫлө металлургия һ.б. сәнәғәт тармаҡтарының интенсив үҫеше, а.х. химия ҡулланыу, автомобиль, һыу һәм һауа транспорты артыуы) ҡурҡыныс янай, уларҙың һөҙөмтәһе булып тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы тора. Т.‑я.м. торошоноң насарайыуы экологик кризисҡа — ҡайтмалы күренешкә һәм экологик һәләкәткә — ҡабатланмаҫ күренешкә килтерә. БМО‑ның Т.‑я.м. һәм уның үҫешенә арналған 1‑се конференцияһында (Рио-де‑Жанейро ҡ., 1992) Йәмғиәттең тотороҡло үҫеше концепцияһы ҡабул ителә, унда иҡтисад үҫеше, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу, Т.‑я.м. м‑н үҙ‑ара килешеп эш итеү һ.б. шарттарҙа йәмғиәттең үҫеше ҡарала. Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау дәүләт власы органдары тарафынан бойомға ашырыла; Т.‑я.м. компоненттары торошон контролдә тотоу экологик мониторинг аша эшләнә. БР‑ҙа халыҡты экологик яҡтан ағартыу һәм экология буйынса белем биреү системаһы төҙөлә. Республикала маҡсатлы “БР экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” (2004—10 йй. һәм 2015 й. тиклемге осор), “БР‑ҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу” (2011—2020) программалары эшләй. 2013 й. Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау йылы, 2017 й. Экология һәм махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителә.

С.Ғ.Курас, Э.П.Позднякова

Тәрж. И.М.Япаров  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018