ТИРӘКӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 806 кеше; 1920 — 872; 1939 — 556; 1959 — 443; 1989 — 229; 2002 — 173; 2010 — 130 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Юлдаш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 60 йортта 420 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов