ҮПКӘ ЭМФИЗЕМАҺЫ, үпкәләрҙең патологик торошо, һауа арауығының сикке бронхиолаларҙан алыҫта киңәйеүе һәм артабан альвеола стенкаларының деструктив үҙгәреүе м‑н ҡылыҡһырлана; хроник обструктив үпкә ауырыуының бер сағылышы. Патогенезы б‑са Ү.э. беренсел (тыумыштан һәм нәҫелдән килгән) һәм икенсел (хроник обструктив бронхиттан һуң өҙлөгөүҙән үҫешә), патологик процестың урыны б‑са — диффуз, сикле һ.б. айырыла. Ү.э. үҫешенә тәмәке тартыу, сәнәғәт аэрозолдәре тәьҫире, тын юлдарының инфекцион ауырыуҙары, тыумыштан α1‑антитрипсины етешмәү һ.б. булышлыҡ итә. Төп билдәләре: физик хәрәкәт ваҡытында тын ҡыҫылыуының көсәйеүе, аҙыраҡ лайлалы ҡаҡырыҡ м‑н йүтәлләү. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, тышҡы тын алыу функциялары) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз, кислород терапияһы, тын алыу гимнастикаһы, хирургик, шифахана‑курорттар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тын алыу һәм үпкә‑йөрәк етешмәүсәнлеге, ҡапыл башланған пневмоторакс. Иҫкәртеү: хеҙмәт гигиенаһы,хроник обструктив бронхитты иҫкәртеү һ.б. Башҡортостанда үпкәнең хроник обструктив ауырыуҙары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДМУ‑ла 20 б. 70‑се йй. башлап алып барыла: бронхоэктазия ауырыуы ваҡытында микрофлора (У.А.Алексеев, М.Ғ.Ғимранов), сәнәғәт пр‑тиелары эшселәре һәм тупланмаған халыҡ араһында Ү.э. үҫеү сәбәптәре (З.Ш.Заһиҙуллин, Ш.З.Заһиҙуллин, Э.Р.Исхаҡов, А.Я.Крюкова), оксидант—антиоксидант системаһында клиник‑биохимик боҙолоштар (Т.М.Ильясова, Ф.Х.Камилов), тромбоциттарҙа липидтарҙың перекислы оксланыуы һәм ҡан тамырҙарында тромбоцитар гемостаз (Э.Р.Камаева, Г.Х.Мирсаева) өйрәнелә; бактериаль һәм микотик сенсибилизацияның характерына бәйле иммунитеттың үҙенсәлектәре (В.И.Никуличева, О.О.Михалева), ирекле радикал окисланыу күрһәткестәре (Р.Р.Фәрхетдинов, У.Р.Фәрхетдинов), бронхы‑үпкә системаһының функциональ торошо, кардиореспиратор вариабеллеге (М.С.Арыҫланова, Р.Х.Зөлҡәрнәев) тикшерелә; ауырыуҙарҙы дауалау (С.А.Коликова, Ш.У.Фәрхетдинов) һәм реабилитациялау (В.А.Нәзифуллин, Р.В.Әхмәҙуллин) ысулдары камиллаштырыла.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика