ТИМЕРҒӘЛИНА Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы [31.1.1910, Екатеринбург губ. Шадринск өйәҙе Ҡәнзәфәр а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 26.2. 1939, Мәскәү], йәмәғәт эшмәкәре. 1929 й. алып Башҡ‑н өлкә йәш пионерҙар бюроһы рәйесе, ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1931 й. — 1‑се секретарь. 1936 й. башлап ВЛКСМ ҮК‑нда (Мәскәү) уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, 1937 й. — йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында эштәр б‑са секретарь. 1934 й. Һуғышҡа ҡаршы ҡатын-ҡыҙҙар конгресында (Париж) ҡатнашҡан. СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. Репрессиялана (1939), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: И р г а л и н  Г.Д. Вожак комсомола //Возвращённые имена. Уфа, 1991.

Ғ.Д.Ирғәлин