ТИМЕРБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 468 кеше; 1920 — 704; 1939 — 537; 1959 — 422; 1989 — 326; 2002 — 314; 2010 — 298 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Абдул урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1795 й. Ырымбур өйәҙендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1866 й. Тауымбайҙа (Т.) 55 йортта 330 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Н.М.Бәкерова, И.Х.Йомағолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.