ТИМЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 497; 1939 — 322; 1959 — 303; 1989 — 139; 2002 — 115; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары Ҡарамалы-Тимер исеме м‑н (зауряд‑сотник Тимер Мәсәғүтов исеменән) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са керҙәш башҡорттар төпләнгән). 1787 й. бында ш. уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттарҙың яңы төркөмө килеп ултырған. Шулай уҡ Ҡарамалытамаҡ-Тимер булараҡ билдәле. 1865 й. 24 йортта 181 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.