БАЙҒУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 90 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 123 км алыҫлыҡта Кәкүк й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 248; 1989 — 277; 2002 — 275; 2010 — 253 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Әлмөхәмәт а. кешеләре нигеҙ һала. Үҙил, Кәкүк тип аталған, 1932 й. тәүге төпләнеүсе Байғужиндар хөрмәтенә үҙгәртелгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018