ҮҢӘҘ БӘШМӘКТӘРЕ, органик субстраттарҙың (ҡағыҙ, күн, аҙыҡ‑түлек, үҫемлек һәм хайуан ҡалдыҡтары һ.б.), үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың өҫтөндә ҡуныҡ (үңәҙ) барлыҡҡа килтергән микроскопик организмдар. Зигомицеттарға, аскомицеттарға һ.б. ҡарай. Киң таралған, Башҡортостанда бөтә ерҙә лә осрай. Сапротрофтар, һирәгерәк паразиттар. Оомицеттарҙан пероноспора затына ҡараған төр аҡһыл, асыҡ шәмәхә төҫөндәге онға оҡшаш йәки кейеҙле ҡуныҡты, зигомицеттарҙан мукорҙар һәм ризопустар аҡһыл‑һоро, йөнтәҫ, ваҡ ҡара спорангиялары булған ҡуныҡты (башлы үңәҙ) барлыҡҡа килтерә; аскомицеттарҙан төрлө төҫтәге (һары, йәшел, ҡара һ.б.) үңәҙ эуроций һымаҡтарға (камил булмаған стадияларын дейтеромицеттар класына ҡараған аспергилл, пеницилл формаль төркөмдәренә индерәләр), гипокрей һымаҡтар һәм онло ысыҡ бәшмәктәре тәртиптәренең ҡайһы бер төрҙәренә хас. Ү.б. споралары тәбиғи экосистемаларҙың, торама пункттарҙың, производство һәм торлаҡ биналарының һауаһында була. Субстраттар өҫтөнә эләккәс, споралар, мицелий барлыҡҡа килтереп, үҫеп сыға; дымлылыҡтың юғары булыуы һәм ҡулай температура үңәҙ барлыҡҡа килеүҙең мотлаҡ шарты була. Бәшмәктең мицелийы субстратҡа үтеп инә һәм уны ферменттар ярҙамында емерә. Ү.б. экосистемаларҙа матдәләр әйләнешендә, органик ҡалдыҡтарҙы минераллаштырыуҙа ҡатнаша. Аҙыҡ продукттарының (икмәк, консервалар, ит, һөт продукттары һ.б), мал аҙыҡтарының боҙолоуын, емештәрҙең, йәшелсәләрҙең һәләк булыуын, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын, кеше һәм хайуандарҙың микотоксикоздарын һәм микоздарын тыуҙыра. Биотехнологияла антибиотиктарҙың, органик кислоталарҙың, ферменттарҙың продуценттары булараҡ ҡулланыла.

И.Е.Дубовик, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.