ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ ТЕХНИКУМЫ, Өфө т. юл транспорты техникумы 1959 й. асыла, 2009 й. башлап Өфө тимер юлдары ин‑ты — Һамар дәүләт тимер юлдар университеты филиалы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: т. юл транспортында автоматика һәм телемеханика; т. юл транспортында ташыуҙы ойоштороу һәм идара итеү; т. юлдар һалыу, юл һәм юл хужалығы; күтәреү‑транспорт, төҙөлөш, юл машиналарын һәм ҡорамалдарын техник эксплуатациялау; т. юлдарҙың хәрәкәт иткән составын техник эксплуатациялау; т. юл транспортында электр тәьминәте. Уҡыу оҫтаханалары, т. юл полигоны, китапханаһы, тамаша залы, спорт комплексы, 5 компьютер класы, ятағы бар. 10 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012).

 

В.Ю.Захаров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке