ТИМЕР ЮЛ АУЫЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Тимер юл а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта, Белорет т. юл ст. эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 2657 кеше; 2010 — 3020 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 60‑сы йй. Куйбышев һәм Көньяҡ Урал т. юлдары Ҡарлыман—Белорет—Магнитогорск участкаларының Белорет т. юл ст. төҙөгән ваҡытта нигеҙ һалына. 2002 й. Тимер юл ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018