ҮМӘР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Киләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1441 кеше; 1920 — 1388; 1939 — 1064; 1959 — 851; 1989 — 583; 2002 — 542 кеше. Керәшендәр йәшәй. Ү. — “Үмәр” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сәнәкәй” керәшен халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә керәшендәр нигеҙ һала, 1802 й. алып билдәле. 1865 й. 130 йортта 911 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. А.И.Грекова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика