ТИМАШЕВ, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә.

Ауылға Өфө өйәҙендә Тимашевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (хужаһы майор К.О.Тимашевтың тол ҡатыны булған). Шулай уҡ Сергиев, Белоусов исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 46 йортта 292 кеше йәшәгән. Һыу тирмәне булған. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 428 кеше; 1920 — 410; 1939 — 502 кеше. 1956 й. Өфө р‑нының Степанов а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһы (Балҡан, Тимашев урамдары).

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018