ТИЛЛЕЦИЯ (Tilletia), торон бәшмәктәре заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, киңтаралған. Ҡыяҡлыларҙың облигат паразиты. Базидияһы бер күҙәнәкле, осонда копуляцион каналға тоташтырылған 4 ураҡ рәүешле базидиоспора бар. Спораһыэре, йомройәкиовал, яңғыҙар, ҡаратөҫтә, диам. 15 мкмашыу, шыма, селтәрлейәкитөклөтышсам‑нҡапланған; емшәндәрендә, һирәк осраҡта үҫемлектәрҙең вегетатив ағзаларында барлыҡҡа килә. Спора массаһы селёдка еҫле, был составында триметиламин булыуы м‑н аңлатыла. БР‑ҙа башлыса бойҙайһәм арыштыңҡаты (һаҫыҡ) торонбашы таралған. Зарарланған башаҡтарҙың һөтләнеп өлгөрөү стадияһында башаҡ тәңкәләре төрлө яҡҡа айырыла, орлоҡсалары тулыһынса юҡҡа сыға, тышсалары хламидоспоралар м‑н тула, улар һуҡҡанда орлоҡтар өҫтөнә йәбешә. Бойҙай орлоғо зарарланғанда 20 млн тиклем, зарарланған башаҡта 200‑ҙән ашыу спора барлыҡҡа килә. Ағыу м‑н эшкәртелмәгән орлоҡтарҙы сәскәндәҡаты торонбаш тарала, был ауылхужалығынаҙур зыян килтерә.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.