БАЙҒУЖА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 11 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Тәйрүк й. буйында (Ағиҙел й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 620 кеше; 1920 — 601; 1939 — 860; 1959 — 722; 1989 — 448; 2002 — 447; 2010 — 504 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Кинйәбулат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. урталарында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байғужа Мәрҙәнов исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 176 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 484 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ғ.И.Бирҙин, С.Ғ.Ҡорбанғәлиева, Т.Ғ.Үмәрғәлин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика