ТИЛЕБӘРӘН (Hyoscyamus), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Канар утрауҙарында таралған. Башҡортостанда ҡара Т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, биҙле төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 30—60 см. Тамыр яны розеткаһы япрағы һаплы, оҙонса‑йомортҡа формаһында, уйымлы ҡауырһын һымаҡ бүленгән; һабаҡ япрағы — ултырма, овал‑оҙонса, уйымлы‑киртләсле. Сәскәһе эре, ҡуйы һары төҫтә, шәмәхә төҫтәге (ҡайһы берҙә төҫһөҙ тиерлек) епсәләр селтәре бар, япраҡланған бөтөркәләргә йыйылған. Үҫешенең беренсе йылында Т. тамыр яны япраҡтары розеткаһын барлыҡҡа килтерә, икенсе йылына май—авг. айҙарында сәскә ата. Емеше — ике оялы ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Рудераль үҫемлек, ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар, медицинала ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.