ТИГЕРМӘН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 396; 1939 — 283; 1959 — 336; 1989 — 262; 2002 — 257; 2010 — 241 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баймырҙа урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 1751 й. керәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡыр‑Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Мельничный исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 37 йортта 241 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.