ТИГЕРМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 70 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 991 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 865; 1959 — 675; 1989 — 499; 2002 — 469; 2010 — 432 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында 1834 й. тиклем мишәрҙәр килеп ултырған. Шулай уҡ Тирмән исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 94 йортта 581 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет (1842 й. һәм 1885 й. төҙөлгән), мәҙрәсә, земство мәктәбе, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған. 1920 й. Үрге Тигермән (Тигермән; 953 кеше йәшәгән) һәм Түб. Тигермән (Башҡ. Тигермәне; 194 кеше) аа. булараҡ теркәлгән. Р.З.Тагариев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018