ҮЛМӘҪБАЕВА Тәнзилә Абдулла ҡыҙы (14.3.1963, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Баш‑Әлмәс а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Әлмәс а.), радиожурналист. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы ағзаһы (1999). МДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981—82 йй. “Слава труду” (“Хеҙмәткә дан”; ҡара: “Кугарчинские вести”) гәз.; 1988 й. алып “Башҡортостан” ДТРК хеҙм‑ре: 1995 й. башлап “Даирә” ижади берекмәһе етәксеһе, 2000 й. — радиотапшырыуҙар студияһының баш мөхәррире; бер үк ваҡытта 2000—10 йй. БДУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында радиотапшырыуҙар студияһының баш мөхәррире, 2016 й. — дир. урынбаҫары. Замандаштар т‑дағы “Мосафир”, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр хаҡындағы “Шәмсыраҡ” радиотапшырыуҙарының, ижт.-сәйәси “Даирә” программаһының авторы һәм алып барыусыһы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2006).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов